Барлык яңалыклар
Сәясәт
1 декабрь 2017, 20:04

Рөстәм Хәмитов: «Дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү заманса тренд булырға тейеш»

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республика Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү темаһына ҡағылды.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республика Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү темаһына ҡағылды.
«Иң мөһиме — бында к, формализмға һәм мәжбүр итеүгә юл ҡуймау. Дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү ҡыҙыҡлы, ижади, заманса тренд булырға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы Башҡортостанда дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙе камиллаштырыу буйынса саралар күрелеүен билдәләне: тейешле указ донъя күрҙе, уны тормошҡа ашырыу буйынса план әҙерләнде.
Рөстәм Хәмитов ғаилә туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүҙә мөһим урын биләй, ул милли мәҙәниәтте, туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуҙың нигеҙе булып тора тип иҫәпләй. Башҡортостан башлығы хөкүмәткә республиканың 100 йыллыҡ юбилейы йылында Бөтә Рәсәй ғаилә фестивален уҙғарырға ҡушты.
Читайте нас: