Барлык яңалыклар
Көнүзәк
30 Май 2018, 11:48

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» праймеризында ҡатнаша

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» праймеризында ҡатнаша. Ошо хаҡта мәғлүмәт рәсми алдан тауыш биреү интернет-сайтында баҫылған.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» праймеризында ҡатнаша. Ошо хаҡта мәғлүмәт рәсми алдан тауыш биреү интернет-сайтында баҫылған.
Был ҡарар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау алдынан төбәктә ижтимағи-сәйәси көстәрҙе туплауға булышлыҡ итеү, партияның абруйын күтәреү өсөн һәйбәт стимул, тип аңлатма бирҙеләр «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә.
Праймеризда республика хөкүмәте вице-премьеры, бер нисә министр, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та ҡатнаша. Бынан тыш, алдан тауыш биреүгә Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин теркәлгән.
Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының юғары советы ағзаһы булып тора. Ул 2011 һәм 2016 йылдарҙа — Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарын, шулай уҡ 2013 йылда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа төбәк партия исемлектәрен етәкләне.